«Айбар»ҙан татлы ярҙам Благовещен ҡалаһы Мәҙәниәт үҫеш үҙәгенең башҡорт халыҡ фольклор ансамбле «Айбар» — традициялар һаҡсылары ғына түгел, бик йомарт күңелле кешеләр. Бөгөн коллектив тағы бер тапҡыр халыҡ берҙәмлеге — беҙҙең төп көс икәнен күрһәтте. Артистар махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылды. Йылылыҡ һәм ҡайғыртыу менән улар иң тәмле ризыҡ — хуш еҫле, татлы сәк-сәк әҙерләне! Рәхмәт һеҙгә апайҙар, ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ! Һәр бер тәм-том — йөҙәр саҡрым аша ебәрелгән өй йылыһының бер өлөшө. Яҡлаусыларыбыҙ белһен: уларҙы көтәләр, яраталар һәм уларға ышаналар! Сладкая поддержка от «Айбара»Народный башкирский фольклорный ансамбль «Айбар» Центра развития культуры г. Благовещенск —…